Йәмғиәт
15 Май 2025, 18:30

Ике йәшлек Илшат ағай булған

Сабыйға Әминә тип исем ҡушҡандар.

Ике йәшлек Илшат ағай булғанИке йәшлек Илшат ағай булған
Ике йәшлек Илшат ағай булған

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө бала тыуыу тураһында акт теркәлде.  Нурзилә һәм Өлфәт Үлйәбаевтарҙың Әминә исемле ҡыҙына тап ошо һан аҫтында тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелде.

Бәләкәс Әминә 2 йәшлек Илшат ағайына иш булып тыуған.

Йәш ғаиләгә бәпестәре тыуыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән фотоальбом һәм яңы тыуған сабый өсөн бүләк йыйылмаһы тапшырылды.

Бәләкәс һау-сәләмәт үҫһен!

Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.

Ике йәшлек Илшат ағай булған
Ике йәшлек Илшат ағай булған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас