

Бына өсөнсө йыл инде Туймазы хәрби комиссариаты эргәһендә бөҙрә, аҡ йөнлө эт йәшәй. Әйтеүҙәренсә, ул тәү тапҡыр өлөшләтә мобилизация ваҡытында күренгән һәм шул осорҙан алып ошонда. Хәрби комиссариат һәм полиция хеҙмәткәрҙәре хайуанды йәлләп, уны ҡарай, ашата башлаған, тип яҙа “Туймазинский вестник” гәзите.
– Беҙ ҡала хәрби комиссары Рушан Әхмәҙуллин менән оҙаҡ ҡына уның ҡайҙан, кемдеке булыуын асыҡларға тырыштыҡ. Кемдер уның хужаһының махсус хәрби операцияға китеүен, шуға был урынды һағалауын белдерҙе. Берәүҙәр уны Юныс, икенселәр Хатико, өсөнсөләр Жучка тип атай, – тине “Серпантин” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Василий Биккинин.
– Эт йәш түгел, йәлләйбеҙ уны, – ти полицияның кесе сержанты Екатерина Болдырева. – Беҙ үҙ-ара һөйләшеп тормайынса уны шефлыҡҡа алдыҡ. Көн һайын кемдер уның өсөн өйөнән тәмле күстәнәс килтерә. Хатта уға будка таптыҡ. Кешеләр шулай хәстәрлек күрһәтмәһә, күптән был урынды ташлап китер ине, тип уйлайым.
Яңыраҡ сирләп киткәнен күреп, Алена Плаксина этте ветеринария клиникаһына илтә. Һауыҡҡандан һуң грумер Алина Ҡадирова уны йыуындырып йөнөн ҡырҡа. Өшөй башлағас, футболка табып кейендерәләр. Хатта ныҡлап кибенһен, йылынһын өсөн хәрби комиссариат бинаһында ҡунырға ҡалдыралар.
–Бындай тоғро дуҫ менән хеҙмәт итеүе күңеллерәк, – ти хеҙмәткәрҙәр.– Ул дежур итеүсе менән биләмәне урап сығырға ярата, ят кешеләрҙең килеүен күрһә, беҙҙе иҫкәртергә онотмай, өрөп ҡаршы ала. Шулай ҙа беҙ уның хужаһы булыуына, тоғро дуҫын үҙе менән алып китеүенә өмөтләнәбеҙ.
Фото: “Туймазинский вестник” гәзите сайтынан.