Йәмғиәт
15 Май 2025, 08:00

Табынға - тәмле бәлеш

Туңдырылған еләк-емештәрегеҙ ҡалдымы әле? Улайһа, башланыҡ...

Табынға - тәмле бәлешТабынға - тәмле бәлеш
Табынға - тәмле бәлеш

Бының өсөн бер ҡап йомшаҡ аҡ май менән өс стакан ондо ыуабыҙ. Бер стакан шәкәр, 10 грамм ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), ике йомортҡа ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡул менән табаға йәйәбеҙ, өҫтөнә еләк ( туңдырылған төрлө емеш -еләетәр мөмкин) һалабыҙ.

Бешеп сыҡҡас, алдан әҙерләп ҡуйылған 200 грамм ҡаймаҡҡа өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, блендер менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә матурлап һылап сығабыҙ йә иһә ҡоябыҙ.

Бер аҙ ултыртып торғандан һуң, үткер бысаҡ менән телеп, тәрилкәләргә һалырға мөмкин. Тәмлелеге телеңде йоторлоҡ!

Автор фотолары

Табынға - тәмле бәлеш
Табынға - тәмле бәлеш
Автор:Карима Усманова
Читайте нас