+20 °С
Болотло


Алдан хәбәр итеүҙәребеҙсә, Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтең ғаиләһендә өсөнсө балалары донъяға килде.
"Ҡотлауҙарығыҙ өсөн рәхмәт! Кәләшем Владаға ҡыҙым өсөн ҙур рәхмәт. Хәҙер мин күп балалы атай! Ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ. Бәхетлемен!" - тип яҙған ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, Өфө мэры ҡыҙына Иманур тип исем ҡушҡан.
Улдары Имран һәм Манур исемле.
Фото: Радмир Мәүлиевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.