

19 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йәмәғәт киңлектәре сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәктең тораҡ пункттарын төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, 21 апрелдән 12 июнгә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт киңлектәрен һайлау өсөн рейтинг тауыш биреү бара.
Быйыл халыҡҡа һайлау өсөн 241 урын тәҡдим ителде – парктар, скверҙар, урамдар һәм майҙандар, шуларҙың 159-ы еңеүсе буласаҡ һәм артабан төҙөкләндереләсәк.
Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы биш йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса Башҡортостанда 806 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде. Был маҡсатҡа яҡынса 8,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 7,6 миллиард һум – федераль бюджеттан.
2025 йылда былтыр халыҡ тауыш биргән 94 йәмәғәт майҙанын тәртипкә килтереү планлаштырыла.
Башҡортостандың Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты директоры Ольга Сарапулова X Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттарын әҙерләгән заявкалар хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә лә үткәрәләр.
Быйыл һайлап алыуҙа йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса 10 башланғыс ҡатнашасаҡ.
Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында Музыка колледжы бинаһы алдындағы майҙанды һәм Юрий Гагарин исемендәге парк биләмәһенең бер өлөшөн яңыртыу күҙаллана. Туймазыла Октябрҙең 70 йыллығы урамындағы скверҙы төҙөкләндерергә тәҡдим ителә. Дүртөйлөлә Иванай баҡсаһы биләмәһендә рекреацион киңлек булдырыу проекты әҙерләнде. Бөрөлә Ағиҙел йылғаһының тарихи яр буйын тергеҙеү буйынса башланғыс әҙерләнде. Шишмәлә Дуҫлыҡ проспектын төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр. Яңауылда ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге быуа эргәһендәге тарихи сәнәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү планлаштырыла. Үрге Йәркәйҙә ауыл үҙәген төҙөкләндереү проекты әҙерләнде. Кушнаренкола Топорниндар усадьбаһы янында ваҡиға майҙансығы булдырырға тәҡдим ителә. Ағиҙелдә “Әйҙә паркка” проектын булдырыу концепцияһы әҙерләнде. Ә Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында – яр буйы зонаһы менән мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү проекты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсын уҙғарыу осоронда Башҡортостандан 34 проект еңеүсе булды. Уларҙың 27-һе тормошҡа ашырылған да инде. Был күрһәткес буйынса республика ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй. Был маҡсатҡа бөтәһе 5,5 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙың 3 миллиард һумы тиерлек – федераль бюджет аҡсаһы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.