+30 °С
Болотло


Өфөлә 61 йәшлек Ғирфанов Юнир Мансур улы юғалған. “Лиза Алерт Башҡортостан” эҙләү отряды мәғлүмәте буйынса, 18 майҙан бирле ир тураһында бер ни мәғлүм түгел.
Билдәләре: буйы 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе ҡара, саллана башлаған, күҙҙәре зәңгәр.
Өҫтөнә асыҡ төҫтәге куртка, зәңгәр футболка, күк төҫтә джинсы салбар, ҡара ботинка кейгән.
Уның тураһында мәғлүмәт белеүселәр булһа, 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: социаль селтәр.