

“Башинформ” агентлығында “Бәхет ул – бергә булыу” медиапроектының һөҙөмтәһе буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Проект “Башинформ” тарафынан “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырылды.
Проектҡа ярашлы, “Башинформ”сайтының махсус бүлегендә республикала йәшәүселәрҙең 52 тормош ваҡиғаһы баҫылды. Һәр яҙма социаль селтәрҙәрҙә донъя күрҙе, байтаҡ откликтар алды. Публикациялар менән яҡынса алты миллионға яҡын кеше танышҡан.
– Проектҡа ярашлы беҙ көн һайын Тыуған ил хаҡында хәстәрлек күргән кешеләр тураһында һөйләнек. Кемдер шиғыр яҙа, кемдер окоптар өсөн шәм әҙерләй, кемдер йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләй. Бындай тормош ваҡиғалары тураһында яҙыу беҙҙең эшмәкәрлек өсөн ғәҙәти түгел, әммә ул журналистарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, шулай уҡ уҡыусылар яғынан да. Сөнки был ваҡиғалар үҙенсәлекле. Был кешеләр тирә-яҡты үҙгәртә, бәләкәй Ватандарын ҡәҙерләп үҫтерә һәм донъяны нисек яҡшыраҡ, йылыраҡ, таҙараҡ итеү мөмкинлеген күрһәтә. Беҙ “Бәхет ул – бергә булыу” проекты сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү буйынса хәрәкәт үҫешенә мөһим өлөш индерер тип уйлайбыҙ, – тип билдәләне агентлыҡ етәксеһе Дилә Сәғитова.
2024 йылдың сентябрендә проект “Сочи ҡалаһында үткән ”Бөтә Рәсәй 2024” медиафорумында еңеүсе булды. 2025 йылдың апрелендә “Башинформ” Рима Баталованың XI “Милләт йәшлеге” республика йәмәғәт премияһы еңеүсеһе булды. Проект агентлыҡтың берҙәм, профессиональ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Идеяны шулай уҡ “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары” йәмәғәт ойошмаһы һәм уның етәксеһе Альбина Фәрхетдинова, проект амбассадоры Гөлнара Нафиҡова яҡлап сыҡты.
– Беҙ эште башлағанда ир-ат тураһында һөйләүгә лә ихтыяж барлығын аңланыҡ. Торған һайын проект киңәйә барҙы, балалар ҙа унда ҡатнаша башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, һәр ваҡиға – легенда. Минең үҙебеҙҙең геройҙарыбыҙға ҙур рәхмәт әйткем килә, уларҙың миҫалдары сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе генә түгел, бик күптәрҙе рухландыра, – тине Гөлнара Нафиҡова.
Проект өҫтөндә эшләүсе агентлыҡ хәбәрсеһе Әлфиә Әһлиуллина әйтеүенсә, был проектта геройҙарҙың – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең айырым статусын иҫәпкә алырға кәрәк ине. Шуға күрә команда уҡыуҙа ҡатнашты, аралашыу үҙенсәлектәре тураһында лекциялар тыңланы. “Проекттың иң ҙур һөҙөмтәһе – публикация геройҙары тормошоноң яҡшы яҡҡа үҙгәреүе”, – ти уның өҫтөндә ихлас эшләгән журналистар. Һеҙгә яңы уңыштар, ҡаҙаныштар, уңышлы проекттар теләйбеҙ!