Йәмғиәт
26 Май 2025, 11:00

Халыҡ артисын ҡулға алғандар

Был турала ике көндән, бөгөн билдәле булды.

Халыҡ артисын ҡулға алғандарХалыҡ артисын ҡулға алғандар
Халыҡ артисын ҡулға алғандар

Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин вазифа вәкәләттәрен артыҡ файҙаланыу эше буйынса һаҡ аҫтына алынған, тип хәбәр иттеләр “РБК-ӨФӨ” сығанағынан.

24 майҙа Өфөнөң район судтарының береһендә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директорына ҡарата сара күрелгән - ул 4 июлгә тиклем һаҡ аҫтына алынған.

“РБК-ӨФӨ” яҙыуынса, Вилдан Яруллиндың ҡулға алыныуы тураһында бөгөн, 26 майҙа, билдәле булды. Енәйәт эше тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ, әммә, сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залы эшмәкәрлегенә бәйле, тиҙәр.

Вилдан Яруллин 2019 йылдың июненән “Башҡортостан” дәүләт концерт залын етәкләй. Ул шулай уҡ Өфөнөң “Ирәмәлбашресурс” компанияһында һәм Өфөнөң “Каруанһарай” студияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә өлөшкә эйә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/rbc_ufa/8246.

Автор:
Читайте нас