Йәмғиәт
27 Май 2025, 09:30

Сара ике көн дауам итә

Өфөлә Волга буйы федераль округы нотариаль палаталарының Координация-методик советы эшләй башланы

Сара ике көн дауам итәСара ике көн дауам итә
Сара ике көн дауам итә

Советтың бурысы – уның һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн нотариаль эшмәкәрлектең берҙәм методикаһын эшләү. Сара барышында Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округына ингән 14 субъектынан нотариат вәкилдәре ғәмәлдәге ҡануниәтте нотариаль практикала ҡулланыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Сарала Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы начальнигы Руслан Марат улы Зөбәйеров, Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Иванович Спеле, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Вячеславович Клец һәм башҡалар ҡатнаша.

Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы нотариаль палатаһы президенты Ирина Сухова сығыш яһаны. Координация-методик совет эше Волга буйы федераль округы территорияһында нотариаль эшмәкәрлектә алымдарҙы гармонизациялау, тәжрибә уртаҡлашыу һәм берҙәм стандарттар әҙерләү өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, тине Ирина Ринатовна.

Волга буйы федераль округы нотариаль палаталарының Координация-методик советы рәйесе, Мордва Республикаһы нотариаль палатаһы президенты Ольга Илюшкина сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла әүҙем һәм һөҙөмтәле эш алып барыуын билдәләне.

Фото: Роза Дубенец.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас