

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ишембай ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен бирҙе. Был туралағы указға 15 ғинуарҙа ҡул ҡуйылды. Ишембай Башҡортостанда Өфөнән ҡала икенсе “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ишембай – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын иң яҡшы урындарҙың береһендә ҡуясаҡбыҙ, уны ҡала халҡы менән бергә һайлаясаҡбыҙ тип әйткәйне.
Әлеге ваҡытта Ишембай властары урындағы халыҡ менән һөйләшеп, иң уңай урын тапҡан. Ул – билдәле нефтсе-геолог Алексей Блохин һәйкәле янындағы майҙан. Бөгөн Өфөлә иһә был урынды тикшереү сараһы үтте. Унда Ишембайҙан яуаплы кешеләр килде, шулай уҡ баш ҡалала йәшәгән яҡташтар ҡатнашты. Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ни өсөн тап ошо урын һайланғанын ентекле аңлатты, башҡа урындарҙың ни өсөн ҡулай түгеллегәнә лә туҡталды.
Ишембай әүҙемселәре үҙҙәренең ҡалаһы ни өсөн был исемгә лайыҡ булыуы тураһында сығыш яһаны. Билдәле булыуынса был исем Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индергән, тылда хәрби һәм граждандар производстволарында хеҙмәт иткән, шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлек һәм хеҙмәт батырлығы күрһәткән ҡалаларға бирелә. Ә Ишембай быға бик тә лайыҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап Ишембай фронт ихтыяжын тәьмин итә. Уны лайыҡлы рәүештә “икенсе Баҡы” тип йөрөтәләр. Бында 4,5 миллион тонна нефть сығарылған – һуғыш йылдарында СССР-ҙа алынғандың дүрттән бер өлөшө. Президент та указға ҡарата комментарий биреп һуғыш йылдарында Ишембайҙа нефть сығарыуҙың 25 проценты булған тине.
Һуңғы йылдарҙа Ишембай бик әүҙем үҫешә. Бына тигән парктар, скверҙар төҙөкләндерелде, төп майҙан – Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар яңыртылды. Иҡтисад һәйбәт эшләй – шул иҫәптән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы һәм, әлбиттә, Ишембайҙың эшһөйәр халҡы ярҙамында.
Фекер алышыу бик йәнле барҙы. Төрлө фекерҙәр яңғыраны һәм һәр береһе иҫәпкә алынды.
Автор фотоһы.