Йәмғиәт
28 Май 2025, 12:00

Легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш әүҙем алып барыла

Был эштә юғары һөҙөмтәләргә лә ирешкәндәр

Легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш әүҙем алып барылаЛегаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш әүҙем алып барыла
Легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш әүҙем алып барыла

Ошо эштең үҙәк майҙансығы булып Легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссияһы тора. Мәҫәлән, 11 йыллыҡ берлектәге эшмәкәрлектә 435 меңдән ашыу граждандың эше законлаштырылған. 2025 йылдың 1 майына ҡарата 6438 законһыҙ эшләгән граждан “күләгәнән“ сығарылған.

Социаль фонд хәбәр итеүенсә, 2024 йылда эш урындарында законлы урынлашҡан эшселәрҙең юғары күрһәткестә булыуын раҫлай. Әйткәндәй, ул 79,5 процент тәшкил итә. Төрлө алымдар ҡулланыла: контроль-күҙәтеү органдарын тикшереү, эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр менән мәғлүмәт-аңлатыу эше, социаль партнерҙар йәлеп итеү һәм коллектив килешеүҙәр төҙөү. Рәсми булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле ысул тип һәр кешенең ошондай эштең эҙемтәләрен аңлауы билдәләнә.

Хеҙмәткәр рәсми булмаған мәшғүлле ваҡытында эш хаҡының тотҡарланыуы йәки түләнмәүе, теләһә ҡайһы ваҡытта сәбәпһеҙ эштән бушатыу хәүефе кеүек проблемаларға осрай.

Хеҙмәткәрҙәрҙе әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә, намыҫһыҙ эш биреүселәрҙең һүҙенә ышанмаҫҡа һәм финанс яғы “асыҡ” булмаған хеҙмәт мөнәсәбәттәрен төҙөгәндә уяу булырға саҡыралар.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-28/mezhvedomstvennaya-borba-s-nelegalnoy-zanyatostyu-vedetsya-v-bashkirii-4253077

Фото: mgazeta.com

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас