Йәмғиәт
28 Май 2025, 13:30

Сараға йомғаҡ яһалды

Өфөлә нотариаль палаталарҙың координация-методик советы уҙҙы.

Сараға йомғаҡ яһалдыСараға йомғаҡ яһалды
Сараға йомғаҡ яһалды

Өфөлә Волга буйы федераль округы нотариаль палаталарының координация-методик советының икенсе көнөндә ҡатнашыусылар һанлы активтарҙы мираҫ итеп алыу, өҫтөнлөклө һатып алыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу һәм ҡануниәт үҙгәрештәренә бәйле мираҫ хоҡуҡтарын рәсмиләштергәндә нотариус бурыстары даирәһен үҙгәртеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ике көн дауамында Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән, шулай уҡ Федераль нотариаль палатанан, Адыгей Республикаһының, Алтай крайының һәм Мәскәү ҡала нотариаль палатаһынан нотариат вәкилдәре ошо өлкәләге эшмәкәрлектең көнүҙәк темаларын тикшерҙе һәм күрһәтелгән нотариаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү өсөн ҡарарҙар булдырҙы. Сарала ҡатнашыусылар уны үткәреүҙең юғары кимәлен, тикшерелгән темаларҙың һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың мөһимлеген билдәләне.

Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтар өсөн сараның эшлекле өлөшөнән тыш, Башҡортостан Республикаһының нотариаль палатаһы мәҙәни программа әҙерләне.

"Координация-методик совет - теге йәки был ҡатмарлы хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса берҙәм позиция барлыҡҡа килгән урын. Унда нотариаль ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙың берҙәм стандарты формалаша. Беҙҙең нотариаль палата өсөн сарала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү ҙур хөрмәт", - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы нотариаль палатаһы президенты Ирина Сухова.

Волга буйы федераль өлкәһенең нотариаль палаталарының киләһе координация-методик советы Киров өлкәһендә үтәсәк.

Фото: Р. Дубенец.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас