

Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Юғары белем биреү һәм фәнде үҫтереү буйынса комиссияһы менән осрашыу булып үтте.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының был комиссияһы, сарала әйтелеүенсә, Рәсәй субъектына тулы составында беренсе тапҡыр килгән һәм тәүге сәфәр өсөн Башҡортостанды һайлағандар. Өфөләге кәңәшмәлә комиссия рәйесе Михаил Погосян, ошо комиссия һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары, шулай уҡ Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, эксперттар ҡатнашты.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абрдахмановтың тәбрикләү һүҙҙәренән һуң Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Алексей Дербеко сығыш яһаны.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимовтың сығышы юғары уҡыу йорттары студенттарында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙе артабан яҡшыртыуға бағышланғайны.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының яуаплы сәркәтибе Юрий Съедин Өфөлә яҡшы ҡаршы алғандары, эш өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм комиссияның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Осрашыу аҙағында “Минең ғаиләм Бөйөк Ватан һуғышында” конкурсында Башҡортостандан еңеүселәр булып танылған мәктәп уҡыусыларына наградалар тапшырылды.
Автор фотоһы.