Йәмғиәт
29 Май 2025, 07:46

Иң яҡшы идарасылар билдәләнәсәк

Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионат үтә.

Иң яҡшы идарасылар билдәләнәсәкИң яҡшы идарасылар билдәләнәсәк
Иң яҡшы идарасылар билдәләнәсәк

Өфөлә БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса ҙур халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы үтәсәк. Башҡортостан кубогы Стратегик башланғыстар агентлығы һәм БР Хөкүмәте ярҙамында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы тарафынан ойошторолған.

Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионат Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында бәләкәй һәм урта бизнес етәкселәрен, эре компанияларҙың топ-менеджерҙарын, бизнес-шерифтарҙы һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен глобаль конкуренция шарттарында стратегик идара итеү күнекмәләрен һынау өсөн йыя. Чемпионат 30 майҙа башлана.

– Башҡортостан бындай чемпионаттарҙы уҙғарыуҙа тәжрибә туплаған да инде. Былтыр Өфөлә уның финалын ҡабул иттек. Беҙгә илдең 100-ҙән ашыу иң көслө идарасыһы йыйылды. Ә идара итә белеү бик кәрәк. Процесс менән нисек идара итергә белмәһәң, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшә алмаҫһың, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең идара итеү компетенцияларын тикшереп кенә ҡалмай, ә тәжрибәне практикала ла ҡуллана аласаҡ. Еңеүселәр Милли финалда төбәкте яҡлаясаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас