

«2020 йылдан беҙҙә юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы бар. Рәсәй Хөкүмәте уны бөтә илгә юғары баһаланы һәм масштабланы. Дүрт йыл эсендә 1018 яңы объект сафҡа индерелде, тағы ла 1031-е яңыртылды. Быйыл яҙ яңы концепция раҫланды, һәм ул күп функциялы юл сервисы зоналарын үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Һүҙ тәү сиратта ҡунаҡ йорттары, отелдәр, ашханалар, бәҙрәф, ял итеү зоналары, техник хеҙмәтләндереү станциялары, магазиндар менән АЗС тураһында бара. 2030 йылға тиклем тағы ла 1000 яңы объект индереү һәм шул уҡ һанда реконструкциялау маҡсаты ҡуйыла.
Эшҡыуарҙар махсус шарттарҙа төҙөлөш өсөн ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға, һалым өҫтөнлөктәренә дәғүә итә ала. Әлеге ваҡытта 12 миллиард һумлыҡ 200-гә яҡын инвестиция проекты эшләй, уларҙың 89-ы өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Юл буйы сервисы кимәле - төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәренең береһе. Автомобилдәрҙә сәйәхәт итеүселәр һаны арта, уларға яҡшы юлдар ғына кәрәкмәй. Бындай туристар туҡтап, ниндәй генә яҡҡа барһалар ҙа, тулы ҡеүәтенә ял итә алһын өсөн кәрәк. Яңғыҙ объекттарҙан яйлап китәсәкбеҙ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.