

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә мөһим яңылыҡ тураһында хәбәр итте. Оҙаҡламай Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә 260 урынлыҡ ҙур балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров онлайн режимда яңы белем биреү объектын төҙөүгә старт бирҙе.
– Бөтәбеҙгә лә яҡшы билдәле, Нуғайҙа мәғариф учреждениелары һәм уларҙа балалар өсөн урындар етмәй. Шуға мөһим һәм кәрәкле ҡарар ҡабул ителде: “Ғаилә“ федераль милли проекты буйынса 260 урынлыҡ ҙур балалар баҡсаһын төҙөй башлайбыҙ, — тине ул.
Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров объект төҙөлөшөн ваҡытында тамамларға ҡушты. Ул шулай уҡ бөтә эштәр сифатлы башҡарылыр тигән өмөт белдерҙе.
Эштәр 2027 йылдың авгусына тиклем дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.