Йәмғиәт
3 Июня 2025, 07:00

60 көндән күпер әҙер була

Бөгөн төндә эшселәр унда юлды өлөшлөтә  япты

60 көндән күпер әҙер була60 көндән күпер әҙер була
60 көндән күпер әҙер була

"Өфө–Ырымбур" трасаһында, Булгаков ауылы янында, Өршәк йылғаһы аша һалынған күпергә ремонт дауам ителеүе тураһында яҙғайныҡ инде.

Бөгөн төндә эшселәр өлөшләтә юлды япты. Әлбиттә, алдан бөтә төр иҫкәртеү билдәләре ҡуйылды. Бөгөн унда эштәр ҡайнай, автомобилдәр күперҙең яртыһынан үтеп-сығып йөрөй. Уны өс өлөшкә бүлгәндәр. Светофор хәрәкәтте көйләй, а урталағы юл һыҙаты реверсив ролде үтәй. Әйтеүҙәренсә, иртәнсәк Өфөгә алып барған юл, ә кискеһен, киреһенсә, Өфөнән алып сыҡҡан юл ике һыҙатлыға әйләнәсәк.

Беҙгә билдәле булыуынса, күпер 1980 йылда төҙөлгән булған, һуңғы тапҡыр унда ремонт 2014 йылда уҙғарылған. 2023 йылда күпергә тикшереү үткәргәндән һуң, уға ремонт кәрәк булыуы асыҡланған. Әгәр ҙә күпергә ремонт быйыл эшләнмәһә, уны яңынан төҙөргә кәрәк буласаҡ, ә ул емерелһә, хәрәкәт бөтөнләй туҡтаясаҡ. Нисек тә ике айға түҙергә була инде.

Башта күпергә ремонтты майҙа башлап ноябргә тамамларға тейеш булғандар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы кәңәшмәлә ундағы ремонт эштәренең ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушҡан һәм ул 60 көн эсендә тамамланасаҡ. Хеҙмәткәрҙәр ике сменала ял көндәрендә лә эшләй.

"Өфө – Ырымбур" автомобиль юлы иң күп йөрөгән трассаларҙың береһе. Тәүлегенә унан 44 мең тирәһе машина үтә.

Ҡабаланған водителдәр өсөн урап үтеү юлы бар. Дубки–Сихонкин–Ольховое–Мокроусово йәки Янғалыш маршруты шуға асыҡ миҫал.

Фото: Башинформ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас