

Яҡташыбыҙ Айһылыу Шәһивәлиева ауыр сир менән көрәшә. Былтыр бар республика менән ике бала әсәһенә ярҙам итеү өсөн 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйылғайны. Бер айҙан ул Төркиәгә барҙы, әммә анализдары насар булыуы сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Шулай уҡ йыл аҙағында уның сирле аяғын ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне. Унан һуң да тағы операциялар үткәрергә тура килде көслө ҡатынға.
Оҙайлы ваҡыт ул бәйләнештә булманы. Һәм бына кисә социаль селтәрҙә килеп сығып үҙенең хәле тураһында белгертте.
“Дуҫтар. Мин сираттағы химия терапияһын алдым. Дауаханаға килеү менән бөтә кәрәкле анализдарҙы тапшырҙыҡ, КТ эшләттек. Тикшереүҙән һуң табиптар ашығыс рәүештә операция эшләргә кәрәк тине, миңә стент ҡуйҙылар. Операция 2,5 сәғәт дауам итте. Ауыр үтте, ләкин уңышлы тамамланды. Ул бөтөү менән химия үткәрҙеләр. Әле хәлемде тергеҙергә тырышам, ауыртыуҙар йонсота. Кесеаҙна анализдар тапшырам, дүшәмбе яңынан химияға. Көрәшемде дауам итәм һәм киләсәктә мине сәләмәт тормош көтөүенә ышанам. Бөтәгеҙгә лә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Ныҡ итеп малайҙарымды һағынам, хәл йыйыу менән уларҙы килтерергә теләйем”, – тип яҙҙы Айһылыу.
Айһылыу, беҙ ҙә хәлең тиҙ арала яҡшырыр һәм һине сәләмәт тормош көтә тип ышанабыҙ! Барыһы ла яҡшы булһын!
Фото: Айһылыуҙың социаль селтәренән.