Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 16:45

"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары

Урындарҙа тормош шарттары яҡшырһын өсөн.

"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары
"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһында “Мэрҙар мәктәбе” муниципаль кадрҙар резервы үҫеше программаһы алтынсы йомғаҡлау модуле тамамланды. Бындай маҡсаттағы системалы эш ил етәксеһе Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса атҡарыла.

“Курстың төп маҡсаты – муниципалитеттар эшмәкәрлегенә яңы уңышлы тәжрибә өлгөләрен индереү. Урындарҙа тормош яҡшырһын, халыҡтың власть вәкилдәренә мөрәжәғәттәре тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк хәл ителһен”, – ти Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев.

“Мэрҙар мәктәбе” булдырылғандан алып Рәсәйҙең ун төбәгенә ғәмәли дәрестәр менән күсмә модулдәр ойошторолған. Бындай сараларҙың маҡсаты – төбәктәрҙәге уңышлы хеҙмәт өлгөләрен ҡарап, башҡаларға еткереү.

– Бөгөн тормош йылдам үҙгәрә, һанлы дәүер килә. Ошондай шарттарҙа муниципаль берәмектәр башлыҡтары заманса эш алымдары менән даими танышып барырға тейеш. “Мэрҙар мәктәбе” ошо йәһәттән күптәр өсөн уңышҡа башланғыс һалды. Ул тыуған төйәген үҫтерергә, юғары йәшәү кимәле булдырырға теләгән компетентлы идарасылар тәрбиәләй, – ти Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса совет президиумы ағзаһы Ирина Гусева.

Курсты илдең 82 төбәгенән 160 кеше үтте. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә булды: Белорет һәм Тәтешле райондары хакимиәте башлыҡтары Азат Хәкимов менән Фәнүр Шәйхисламов. Улар бар этаптарҙа ла әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең эш тәжрибәһен уртаҡлашты.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте сайты.

"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары
"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары
"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары
"Мэрҙар мәктәбе"ндә - беҙҙең хакимиәт башлыҡтары
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас