Йәмғиәт
6 Июнь 2025, 07:00

Бөгөн дә уйнайыҡ!

Иртә менән баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанына олоһо ла, кесеһе лә ағылды.

Бөгөн дә уйнайыҡ!Бөгөн дә уйнайыҡ!
Бөгөн дә уйнайыҡ!

Өфө ҡалаһында ойошторолған II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестиваленең икенсе көнө лә матур башланды. Иртә менән баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанына олоһо ла, кесеһе лә ағылды. Мәҫәлән, Альбина Мәүлийәрова ейәнсәре - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Кристинаны үҙе менән бергә алып килгән. Альбина ханымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, күркәмлекте күреп үҫкән бала һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла, ваҡытын маҡсатлы үткәрә.

Бөгөн дә өфөләр һәм ҡунаҡтар өсөн бай программа төҙөлгән. Фестивалдең төп сәхнәһендә алтын коллекцияға ингән, яҡшылыҡтың насарлыҡты еңеүенә ҡоролған кескәйҙәр өсөн йәнһүрәт күрһәтелде. Хатта урындар етмәҫтәй тойолғас, ваҡытлыса сәхнә янына ойоштороусылар өҫтәмә рәүештә ултырғыстар алып килде.

– Ҡыҙымды мәшәҡәттән арындырыу өсөн өйҙә лә ейәнсәремә Рәсәйҙә төшөрөлгән төрлө йәнһүрәттәр күрһәтәбеҙ, – тип һөйләй Сәлимә ханым. – Уның менән бергә үҙебеҙ ҙә ҡарайбыҙ, яҡын кешеңә үҙең өлгө булған осраҡта ғына ул барыһын да күңеленә һеңдерә.

Анимация яһау, пластилиндан төрлө йәнлектәр эшләү, пазлдар ярҙамында картиналар төҙөү, шулай уҡ тирмәләрҙә, бәләкәй генә өйҙәрҙә уйнау малай һәм ҡыҙҙарға оҡшаны, һәр береһе китап магазинында китаптар менән танышты, өлкәндәр ғәзиздәренә китаптар һатып алды.

Карлсон, Фрекен Бок һәм Арыҫлан балаһы менән көйлө күнекмәләргә бәләкәстәр әүҙем ҡушылды.

Бынан тыш, бер урында персонаждар менән ваҡытлыса тату эшләү бара ине. Ҡыҙ һәм малайҙар уны ҡыҙыҡһынып ҡараны. Арыҫлан балаһы менән тутыйғош тигән ҡурсаҡтарҙы тотоп ҡараны бәләкәстәр. "Персонаждар менән ҡояшлы брелок" оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. "Арыҫлан балаһы менән тутыйғоштоң йәйге каникулдары" исемле ижади оҫталыҡ дәресен дә ҡарап ҡыуанды һәр кем, "Арыҫлан балаһы ферллинг техникаһында" тигәненең дә файҙаһы балалар өсөн ҙур булғандыр.

Уйынсыҡтар һәм уйындар күргәҙмәһен дә балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй яратып ҡараны. Фестиваль шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә лә дауам итә.  

– Уйынсыҡ, иң беренсе сиратта, ул үҫеш ҡоралы, – тине Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультеты деканы Юрий Зинченко. – Тыуғандан алып өс йәшенә хәтлем бала донъяны танып белә. Башта – күҙҙәр ярҙамында барыһын да ҡабул итә, ә инде ҡулына уйынсыҡты алғас, уның ауырлығын тоя. Уны тотоп ҡарай, әйләндерә, һыйпай. Шулай итеп, өйрәнеү, танып белеү аҙымы башлана, үҙ сиратында, бала үҫешә.  

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Бөгөн дә уйнайыҡ!
Бөгөн дә уйнайыҡ!
Бөгөн дә уйнайыҡ!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас