

6 июндә Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылындағы “Уңыш” стадионында үткән район һабантуйында булды.
Төбәк етәксеһе халыҡты Ҡорбан һәм һабантуй байрамдары менән ҡотланы, ауыл эшсәндәренә яңы уңыштар теләне, уларға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Хөрмәтле хәйбуллаларға намыҫлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт. Уларға мул уңыш йыйып алыуҙарын, районды артабан үҫтереүҙәрен теләйем. Идара итеү командаһына, муниципалитет башлығына – халыҡ мәнфәғәтендәге эштәрендә уңыштар, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙең әһәмиәтен билдәләне.
– Хәҙер иң мөһим бурыс – яугирҙәребеҙгә һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтеү. Бөгөнгө байрамда МХО-ла үҙ бурыстарын намыҫлы үтәгәндәр ҙә ҡатнаша. Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Республика халҡы исеменән барығыҙға ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ. Һәммәгеҙгә лә яҡты, ысын байрам кәйефе теләйем, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ район халҡына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, аграрийҙар сәсеү кампанияһын уңышлы тамамлаған. Ул яҡшы уңышҡа ышанысын белдерҙе һәм Ватанды һаҡлаусыларға еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуын теләне.
Байрамда ҡатнашыусыларға ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин мөрәжәғәт итте.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде.
***
Артабан Башҡортостан Башлығы һабантуйҙың тематик майҙансыҡтарында булды, шулай уҡ ҡул оҫталарының йәрминкәһен ҡараны.
“Балта” коворкинг үҙәге етәксеһе Рәмил Билалов ишектәр, өҫтәлдәр, ултырғыстар, баҫҡыстар һәм башҡа ағас әйберҙәр эшләүе хаҡында һөйләне. 2022 йылда ул “Йыл эшҡыуары" төбәк конкурсының “Халыҡ-художество кәсептәре өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” номинацияһында еңеүсе була. Оҫта Башҡортостан Башлығына һөнәрселәргә финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһы өсөн рәхмәт әйтте.
Ҡул эштәре оҫтаһы Рәйхана Сурина кәзә мамығынан данлыҡлы Хәйбулла шәлдәрен бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты.
Ә оҫтабикә Светлана Ибраһимова башҡорт милли кейемдәре, баш кейемдәре һәм ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре коллекцияһын күрһәтте.
Урындағы эшҡыуар Илдар Юнысов ҡайындан картиналар эшләү менән шөғөлләнә. Уның был ижад емештәрен илдең башҡа төбәктәренән дә һатып алалар.
Хәйбулла районының ҡымыҙ һәм буҙа етештереүселәре әйтеүенсә, улар был шифалы эсемлектәрҙең рецебына һаҡсыл ҡарай, быуындан-быуынға тапшыра килә.
Аҡъярҙа билдәле һәм популяр икмәкханаларҙың береһе булып “Күстәнәс” икмәкханаһы һанала. Эшҡыуар Арыҫлан Байғусҡаров Сибайҙа ла сауҙа урыны барлығын әйтте. Киләсәктә ул үҙенең франшизаһын булдырырға ниәтләй.
Радий Хәбиров спорт майҙансыҡтарында ла булды, унда ат сабыштарын, милли көрәш буйынса ярыштарҙы күҙәтте. Төбәк етәксеһе көрәшселәр менән әңгәмәләште, районда был спорт төрөнөң нисек үҫешеүе менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан төбәк Башлығы махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн изделиелар күргәҙмәһендә булды, урындағы ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашты. Уларҙың күбеһенең улдары, ирҙәре МХО-ла ҡатнаша.
Һабантуйҙың тағы бер тематик зонаһы – Хәйбулла районы ауыл биләмәләре тирмәләре. Был майҙансыҡта Әбеш ауыл Советы башлығы Таһир Юнысов муниципалитеттың ҡатмарлы мәсьәләләрен хәл иткәне өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса биш тораҡ пунктта күсмә элемтә барлыҡҡа килде, уларҙың биләмәһендә мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылды, ә Оло Әбеш ауылы халҡы трактор алды, тип билдәләне ул. Был хакимиәт составына ингән ауылдар ике тапҡыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүсе булды. Яуланған һигеҙ миллион һум биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә киткән. Федоровка ауыл хакимиәте башлығы Татьяна Лебедева әйтеүенсә, улар Башҡортостан яугирҙәренә әүҙем ярҙам күрһәтә.
Сара аҙағында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
***
Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы, һабантуй Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлеген, йолаларҙы һаҡлауға ынтылышты сағылдыра, тип билдәләне.
– Тәү сиратта ул - яҡташтар байрамы, сөнки һабантуйға ҡырҙағылар ҙа килә, мәҫәлән, студенттар. Был осрашыу, берҙәмлек тойоу мөмкинлеге, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе күмәк халыҡ ҡатнашлығында үткән сараларҙа эскелек булмауы мөһимлеген билдәләне.
– Ҡарағыҙ әле, бер генә иҫерек кеше лә юҡ. Айыҡ һабантуйҙар тураһында ҡарар ҡабул иткәндә, ҡайһы берәүҙәр был башланғысты бәхәсле тип иҫәпләй ине. Әммә уның уңышлы булыуын күрәбеҙ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районының артабанғы үҫеше хаҡында ла һөйләне.
– Мөмкинлек булғанда республиканың алыҫ райондарына сығырға тырышам. Был муниципалитетта үҙебеҙ хәл итергә тейешле мәсьәләләр бар, беҙ уларҙы етәксе менән тикшерҙек. Юлдарға бәйле хәл ҡатмарлы. Халыҡ район мәҙәниәт йорто төҙөүҙе лә һорай. Ғәҙел тәнҡитләйҙәр: районда 28 мең кеше йәшәй, ә бындай учреждение юҡ. Беҙ ошо объекттың тау сәнәғәтселәренең инвестиция программаһының бер өлөшө булыуын теләйбеҙ. Дөйөм алғанда, район халҡы татыу йәшәй, мин бының өсөн урындағы идара итеү командаһына рәхмәтлемен. Сәсеү эштәре яҡшы үткән, һауа шарттары һәйбәт булғанда, мул уңыш алынасаҡ. Хәйбулла районы игене юғары сифатлы, – тине төбәк етәксеһе. – Шуныһы мөһим - бында яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итәләр. Улар һәр ваҡыт беҙҙең иғтибарыбыҙҙа, яҡлауыбыҙҙа булырға тейеш.
Фото: glavarb.ru.