Йәмғиәт
6 Июнь 2025, 15:00

Ҙур илебеҙҙең көсө ниҙә?

Игорь Комаров мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

Ҙур илебеҙҙең көсө ниҙә?Ҙур илебеҙҙең көсө ниҙә?
Ҙур илебеҙҙең көсө ниҙә?

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров мосолман халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

Ҡотлау хатында шулай тиелә: "Волга буйы федераль округының хөрмәтле халҡы! Һеҙҙе мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым!

Был көн мохтаждарға ярҙам итеү кәрәклеген, хәстәрлек мөһимлеген иҫкә төшөрә. Бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт, булышлыҡ ҡылыу – ҙур илебеҙҙең көсө тап шунда.

Волга буйы федераль округының мосолман берләшмәләре төбәктәр үҫешенә, тыныслыҡты, татыулыҡты, граждандар берҙәмлеген нығытыуға тос өлөш индерә. Бының өсөн ҙур рәхмәт.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйем! Игорь Комаров".

Фото сығанағы: http://pfo.gov.ru/press/events.

Ҙур илебеҙҙең көсө ниҙә?
Ҙур илебеҙҙең көсө ниҙә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас