

Башҡортостанда икенсе тапҡыр үткәрелгән II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале тамамланды. Сараны ябыу тантанаһында сығыш яһаусыларҙың барыһы ла тик ыңғай фккерҙәр әйтте, республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе.
Дүрт көн һуҙымында барған сарала илебеҙҙең төрлө субъектарынан бихисап ҡунаҡтар ҡатнашты. Өфө, ысын мәғәнәһендә, Бала саҡ иленә әйләнде. Өфөләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, тап ошондай саралар бигерәк тә хәҙер балалар кеҫә телефондарынан ҡулдарынан төшөрә белмәгән саҡта кәрәк тә инде.
Ошо ваҡыт арауығында ҡыҙ һәм малайҙар ҙур экрандан йәнһүрәт ҡарап кинәнде, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, ҡурсаҡтар менән уйнаны, ата-әсәләре һатып алып биргәс, ҡурсаҡлы һәм бүтән уйынсыҡлы булды, шул уҡ ваҡытта туңдырмалар, тәмлекәстәр менән һыйланды. Һәр кемгә "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" телетапшырыуы геройҙары менән танышыу бәхете тейҙе, Рәсәйҙең халыҡ ҡартисы Дмитрий Маликовтың концертын ҡарау мөмкинлеге булды.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, уйынсыҡ йәки ҡурсаҡ уйнап үҫкән бала уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. "Бәләкәй саҡта һәр кем уйнарға тейеш, ул донъяны танып белеү йәһәтенән ҙур роль уйнай", – тип аңлатма бирә тәрбиәселәр. Психологтар билдәләүенсә, малай һәм ҡыҙҙарҙың кескәй саҡта уйынға ваҡыттарын бүлгәнме-юҡмы икәнен белеү йәки тойомлау ауыр түгел. Үҙен иркен тотҡандарҙы менән аралашыуы үҙе бер кинәнес, тимәк, уларҙың бала сағы бик бәхетле үткән.
Фото: Илдар Аҡъюлов.