Йәмғиәт
7 Июнь 2025, 20:30

Данил ике йәшлек ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған

Тап ошо ваҡытта йорт эргәһенән мәктәп уҡыусыһы уҙып барған була...

Данил ике йәшлек ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарғанДанил ике йәшлек ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған
Данил ике йәшлек ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған

Нефтекама ҡалаһында 15 йәшлек уҡыусы ике йәше лә тулмаған сабыйҙы үлемдән ҡотҡарған, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы.

Ҡаланың Юбилей проспектындағы йорттоң өсөнсө ҡатында йәшәгән сабый бүлмәлә бер кем дә булмаған саҡта тәҙрә тупһаһына менә һәм... тышҡа осоп төшә. Тап ошо ваҡытта йорт эргәһенән 16-сы мәктәп уҡыусыһы Данил Вәлитов уҙып барған була.

Тәҙрәлә торған баланы күреп, ул ҡыҙыҡайҙың яҡынса осоп төшәсәк урынына атлыға. Үҫмергә ниндәйҙер мөғжизә менән шул урынға барып етеп, бәрелеүҙе йомшартырға һәм ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарып ҡалырға насип була. Хәҙерге ваҡытта бала табиптар күҙәтеүендә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге ҡыҙҙың ата-әсәһенә Рәсәй Енәйәт кодексының  118-се, 125-се статьялары буйынса рәсми иҫкәртеү яһаған.

Балаларҙың йәйге осорҙа асыҡ тәҙрәләрҙән осоп төшөп һәләк булыу осраҡтары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йышайҙы. Ата-әсәләрҙе кескәй балаларына иғтибарлырыҡ булырға, йортта бер үҙҙәрен ҡалдырмаҫҡа, яуаплыраҡ булырға саҡырабыҙ.  

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас