

Бәләбәйҙә тәү тапҡыр игеҙәктәр фестивале үтте. “Йырсы шишмәләр” паркы биләмәһендә “Икеләтә бәхет” тип аталған байрам тиҫтәнән ашыу игеҙәк парҙарҙы үҙенә йыйҙы. 1,5 йәштән алып 75 йәшкә тиклемге парҙар араһында ун йәшлек үҙенсәлекле өс игеҙәк тә бар ине.
Балалар тамашасыларҙы һәләттәре менән һөйөндөрҙө. Кемдер йырланы, кинәнеп бейене, кемдер шиғырҙар һөйләп күңелде асты. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар менән оҙатылды.Фестиваль ҡунаҡтары өсөн мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, һәр кем төрлө һөнәрҙәрҙә үҙен һынап ҡараны. Уйын майҙаны конкурс һәм ярыштарҙан гөрләп торҙо.Фестиваль тәү тапҡыр үтһә лә, йөкмәткеле һәм яҡшы ойошторолоуы менән бәләбәйҙәр күңеленә ятты. Йәмле йәй тағы ла ҡыҙыҡлы, матур байрамдары менән һөйөндөрөр әле!
Фото: “Белебеевские известия” гәзите сайты, Елена Петрова.