Йәмғиәт
10 Июнь 2025, 16:00

"Йәштәр өләсәләрен дә алып сыҡты"

Әлегә 73 меңдән ашыу кеше теркәлгән.

"Йәштәр өләсәләрен дә алып сыҡты""Йәштәр өләсәләрен дә алып сыҡты"
"Йәштәр өләсәләрен дә алып сыҡты"

“Был беҙҙең ғаиләлә”  конкурсы иғлан ителгәндән алып унда 73 меңдән ашыу кеше ҡатнашыу өсөн теркәлгән. “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының халыҡ проектының Күҙәтеү советы ултырышында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ошо турала белдерҙе. Ғариза биреү 14 сентябрҙә тамамлана.

Конкурстың Күҙәтеү советы ултырышы барышында Сергей Кириенко проекттың тәүге миҙгеленең уңыштары тураһында һөйләне, икенсе миҙгелдә теркәлгәндәр һанын да билдәләне. Бынан тыш, Күҙәтеү советы ағзалары ғариза биреү компанияһының 14 сентябрҙә тамамланыуын хупланы.

"Былтыр конкурста 600 мең кеше ҡатнашты. Был ҙур күрһәткес. Конкурс һөҙөмтәһендә ғаиләләр берҙәмерәккә әүерелде, аралашып бармаған балалар ҡыйыуға әүерелде. Йәштәр өгөтләп конкурсҡа алып сыҡҡан өләсәйҙәр ғаилә командаларын әйҙәүсегә әйләнде. Үткән миҙгелдә Күҙәтеү советы ҡарары менән 32 ғаилә командаһы призлы сертификат алды. Уларҙың 15-е фатирлы, 4-һе йортло булды, 5-һенә ер участкалары эләкте, дүртәүһе йорт алыуға тәүге иғәнәгә эйә булды", - тип һөйләне Сергей Кириенко.

Тәүге миҙгелдәге ҡарар буйынса, был конкурсты йыл һайын уҙғарыу билдәләнә. Һәм ике аҙна элек, 27 майҙа, икенсе миҙгел башланды.

Фото: Конкурстың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас