

6 июндән 8-нә тиклем Татарстан Республикаһында Волга буйы федераль округынан булған Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының мәҙәниәт илселәренең стратегик сессияһы үтте. Осрашыу традицион мәҙәни ҡиммәттәрҙе һәм милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға арналды. Унда беҙҙең Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.
Алабуға ҡалаһындағы дәүләт музей-ҡурсаулығында стратегик сессия ойошторолдо. Пленар ултырышта, ил төбәктәрендә мәҙәниәт илселәренең йәмәғәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булараҡ, Рәсәй халыҡтарының традицион мәҙәни ҡиммәттәрен һәм милли үҙенсәлеген һаҡлау темаһы ҡаралды. Сессия эшендә Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкилдәре Галина Федосеева һәм Елена Башун, Волга буйы федераль округының туғыҙ төбәгенән: Татарстан, Башҡортостан, Сыуаш республикаларынан, Удмурт, Киров, Һамар, Ульяновск, Ырымбур, Пенза өлкәләренән мәҙәниәт илселәре ҡатнашты.
Осрашыуҙа мөһим һөйләшеү алып барылды: мәҙәниәт илселәренең йәмәғәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, традицион мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа мәҙәниәт илсеһенең роле, традицияларҙы, художество кәсептәрен үҫтереү, балалар һәм йәштәр менән эшләүҙә остаздарҙың роле, тарихи хәтерҙе һәм мәҙәниәтте һаҡлау һәм башҡалар.
Шулай уҡ осрашыу сиктәрендә мәҙәниәт илселәре клубы советы рәйесе, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе кәңәшсеһе Галина Федосеева абруйлы ҡунаҡтар менән бергә Татарстандың Менделеевск районында һабантуйҙа булды. Милли-мәҙәни берләшмәләр вәкилдәре төбәктә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең көнкүрешен, һөнәрҙәрен, аш-һыу традицияларын сағылдырған сағыу ихаталар әҙерләгән. Ҡунаҡтар ижади коллективтарҙың матур сығыштарын ҡарай, үҙенсәлекле ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай алды.
Сарала Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙары союзының мәҙәниәт илсеһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова ла ҡатнашты. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә һәм "Еңеү йырҙары" патриотик конкурсын ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙын ошо лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ! Уның эшмәкәрлеге мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереүгә һәм үҫеп килгән быуындың гражданлыҡ аңын нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ. Артабан да уңыштар, яңы ижади ҡаҙаныштар һәм барлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа сикһеҙ көс-дәрт теләйбеҙ.
Фото: Мәрйәм Солтанованың шәхси архивынан.