

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белдереүенсә, республикала урыны менән ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Шулай уҡ көслө дауыл сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға етеүе ихтимал.
Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ямғыр арҡаһында юлдарҙың айырым участкаларында күреү мөмкинлеге насарая, хатта 500 метрға йәки унан да кәмерәккә тиклем кәмеүе көтөлә.
Был юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефен арттыра. Водителдәргә айырыуса һаҡ булырға, тиҙлекте кәметергә һәм автомобилдәр араһындағы хәүефһеҙ араны тоторға кәңәш ителә.
Фото: “Башинформ”