Йәмғиәт
18 Июнь 2025, 10:45

Һәүкәш соҡорға төшөп киткән

Бахыр хайуан ихаталағы тәрән соҡорға төшә.

Һәүкәш соҡорға төшөп киткәнҺәүкәш соҡорға төшөп киткән
Һәүкәш соҡорға төшөп киткән

Баймаҡ районының Темәс  ауылында бер һыйырға ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән. Бахыр хайуан ихаталағы тәрән соҡорға төшә. Уяу күршеһе хәлде һиҙеп ҡала һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтырата.

Ваҡиға урынына Темәс ауылының янғын һүндереүселәре юллана һәм һыйырҙы тоҙаҡтан сығара. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һәүкәшкә зыян килмәгән, ул үҙ аяғы менән атлап киткән.

Йорт хужаларына иғтибарлы булыу талап ителә!

Фото: “Башинформ”

Автор:Карима Усманова
Читайте нас