Йәмғиәт
19 Июнь 2025, 05:15

Ауыл хужалығында эшләһәң - өҫтәмә түләү

Өс шарт үтәлергә тейеш.

Ауыл хужалығында эшләһәң - өҫтәмә түләүАуыл хужалығында эшләһәң - өҫтәмә түләү
Ауыл хужалығында эшләһәң - өҫтәмә түләү

Ауыл хужалығында оҙайлы эш стажы өсөн пенсионерҙарға өҫтәмә түләү ҡаралған. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре ошо хаҡта аңлата.

2025 йылдың 1 ғинуарынан өҫтәмәнең күләме 2 226,93 һум тәшкил итә.

Ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына өҫтәп түләнгән аҡса ауыл халҡына түбәндәге өс шартты үтәгәндә бирелә:

- кәмендә 30 йыл ауыл стажы;
- түләүле эше булмаһа;
- ауыл ерендә йәшәгән осраҡта.

Ауыл стажына колхозда, совхозда йәки малсылыҡ, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡ өлкәһенә ҡараған башҡа ауыл хужалығы предприятиеһында эшләү осоро инә.

Һөнәр Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә vk.cc/cdE94X тап килергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ниндәй вазифа биләүгә йәки һөнәр төрөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 1992 йылға тиклем ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү ваҡыты иҫәпкә алына.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас