Йәмғиәт
21 Июнь 2025, 10:00

Янғында тән йәрәхәттәре алған ҡыҙға ярҙам иткәндәр

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баланы Екатеринбургка реабилитацияға ебәрә.

Янғында тән йәрәхәттәре алған ҡыҙға ярҙам иткәндәрЯнғында тән йәрәхәттәре алған ҡыҙға ярҙам иткәндәр
Янғында тән йәрәхәттәре алған ҡыҙға ярҙам иткәндәр

2024 йылдың мартында Әбйәлил районының Асҡар ауылында күп балалы Исламғоловтар ғаиләһенең йорто янып китә. Өс бәләкәй ҡыҙ һәм уларҙың алты айлыҡ ауырлы әсәһе ауыр йәрәхәттәр менән реанимацияға эләгә. Янғын ваҡытында ғаилә башлығы вахтала эштә була, фажиғә тураһында ишеткәс тә ҡайтып етә.

Әсә һәм балалар, көслө шартлау тауышын ишетеп, урамға сығырға ынтыла. Әммә ут шул тиклем тиҙ тарала, бөтәһе лә ныҡ зыян күрә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын плитанан башланған. Ут һүндереүселәр килеп еткәнсе, бөтә йорт янып бөтә.

Барыһы ла III дәрәжә тән йәрәхәттәре ала. Уларҙың хәле шул тиклем ауыр була, табиптар, артабан махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн, ғаиләне Республика тән бешеү үҙәгенә күсерергә ҡарар итә. Ут балаларҙың береһенең һаулығына айырыуса ҙур зыян килтерә, ул иркен хәрәкәт итеү мөмкинлегенән яҙа. Бәләгә тарыған Исламғоловтарға шунда уҡ апай-һеңлеләре, туғандары ярҙамға ашыға, район халҡы яңы торлаҡ алыуҙа аҡсалата булышлыҡ ҡыла. Ғаилә бер йыл эсендә көнкүрешен яйға һала.

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, хәлде ишеткәс тә, бәләгә тарыған ғаиләгә компания исеменән булышлыҡ итә.

– Исламғоловтарҙың бәләһе тураһында белгәс тә, ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡтыҡ, сөнки медицина хеҙмәттәре арзан түгел, ғаиләгә бындай сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алыуы ауыр. Беҙ баланы доктор Волкованың Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенә ебәрергә ҡарар иттек, унда төрлө йәрәхәттәрҙән, ауырыуҙарҙан һуң һаулыҡты тергеҙеү буйынса ҙур тәжрибәгә эйә белгестәр эшләй. Сифатлы дауалау алымдары сабыйҙың сәләмәтлеген тергеҙергә ярҙам итер тип ышанабыҙ, – ти йәмғиәт етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев.

Сығанаҡ: "Салаватское" рәсми төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас