Йәмғиәт
24 Июнь 2025, 10:25

Бәхил бул, Айһылыу...

Күпме кеше уның һауығыуын көткәйне лә бит...

Бәхил бул, Айһылыу...Бәхил бул, Айһылыу...
Бәхил бул, Айһылыу...

Бөгөн ауыр хәбәр алдыҡ: яҡташыбыҙ, Белорет ҡыҙы Айһылыу Шәһивәлиеваның йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Ул һуңғы бер нисә йыл яман сир менән көрәште, яратҡан ике малайы, ире, ата-әсәһе өсөн йәшәргә тырышты. Уға ярҙам итеп республика халҡы байтаҡ ҡына аҡса ла йыйғайны. Ләкин сит илдә лә уға ярҙам итә алманылар. Был осраҡта ла Айһылыу ҡулын төшөрмәне,Башҡортостанда көрәшен дауам итте. Бында уға бер нисә ҡатмарлы операция яһанылар, химия терапияһын үтте.

Бик күптәр уны һауығыртип көттө, ышанды. Әммә яҙмыш үҙенсә итте. 2 июндә ауыр сирҙән һуң ул вафат булды. “Айһылыу Шәһивәлиеваға ярҙам” төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, уны иртәгә, 25 июндә тыуған ере Белорет районы Исҡушта ауылында ерләйҙәр.

Фото: “Айһылыу Шәһивәлиеваға ярҙам” төркөмөнән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас