Йәмғиәт
25 Июнь 2025, 18:00

“Башҡортостан”ға яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Башҡортостандың спорт министрының  беренсе урынбаҫары Сергей Владимирович Алопин “Изге подписка” акцияһында ҡатнашты.

“Башҡортостан”ға яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!“Башҡортостан”ға яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
“Башҡортостан”ға яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите – ул тормошобоҙ маяғы. Баҫмабыҙ биттәрендә республикабыҙ һулышы яҡтыртыла, замандаштарыбыҙ тормошо, иҡтисад, сәйәсәт, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм йәшәйешебеҙҙең башҡа өлкәләре сағылыш таба, ғөмүмән, тарих та, киләсәк тә үрелеп бәйән ителә. Һәр ваҡыттағыса “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары һәм дуҫтары менән көслө.

Бөгөн Башҡортостандың спорт министрының беренсе урынбаҫары Сергей Владимирович Алопин “Изге подписка” акцияһында ҡатнашты. Әйткәндәй, был акция ярҙамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләргә республикабыҙҙа баҫылған гәзит-журналдар барып етәсәк. Сергей Владимирович иһә “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырҙы. “Башҡортостан” гәзите биттәрендә спорт темаһы даими яҡтыртыла: “Спорт” махсус бите донъя күрә", - тип белдерҙе ул.

2019 йылдан алып һәр йома "Башҡортостан" гәзитенең "Спорт" махсус битендә республикабыҙҙың спорт оҫталары, тренерҙар, остаздар һәм башҡалар тураһында мәҡәләләр,төрлө спорт сараларынан репортаждар, спорт “йондоҙ”ҙары менән әңгәмәләр һәм башҡалар баҫыла.

Ә һеҙ “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға онотманығыҙмы? Республикабыҙ маяғы булған баҫманы алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас