Йәмғиәт
26 Июнь 2025, 08:00

Бәхеттәрен тулыландырып бишенсе балалары тыуған!

"Бишбармаҡ" оркестры солисы һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыкаль етәксеһе Вәсил Ғафаровтың ғаиләһе ишәйгән.

Бәхеттәрен тулыландырып бишенсе балалары тыуған!Бәхеттәрен тулыландырып бишенсе балалары тыуған!
Бәхеттәрен тулыландырып бишенсе балалары тыуған!

Кисә "Бишбармаҡ" оркестры солисы һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыкаль етәксеһе Вәсил Ғафаровтың ғаиләһе ишәйгән. Вәсил һәм уны ҡатыны Регинаның ҡыҙҙары донъяға килгән. Сабыйҙың да, әсәнең дә хәле яҡшы.

Күп балалы, ижади ҡарашлы ғаиләлә был инде бишенсе бала. Өлкән балалар мөхәббәт, йыр-моң, илһам мөхитендә үҫә, хәҙер дуҫ командаға тағы бер бәләкәй ҡатнашыусы ҡушылды. Бәләкәс һау-сәләмәт, ата-әсәле, дарманлы, уңышлы, бәхетле булһын!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас