Йәмғиәт
27 Июнь 2025, 14:00

Башланды!

Бөгөндән Өфө үҙәгендә туҡтау түләүле. Нимәләр тураһында белер кәрәк? 

Башланды!Башланды!
Башланды!

Бөгөндән Өфө үҙәгендә түләүле туҡталҡалар эшләй башланы. Башҡортостан өсөн был яңы тәжрибә. Әлегә тиклем яуаплы кешеләр эштең нисек ойошторолоуы тураһында күп тапҡыр аңлатты. Ә бөгөн, улар ғәмәлгә ингәс, журналистарҙы урынға алып барып күрһәттеләр ҙә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт идаралығы етәксеһе Олег Хмарин Ленин урамына килде. Ул үҙенең машинаһын түләүле урында ҡалдырып, системаның нисек эшләгәнен күрһәтте. Шулай уҡ “Горпарковка” мобиль ҡушымтаһынан ҡулланырға өйрәтте.

Олег Хмарин журналистарға үҙенең тәжрибәһе тураһында һөйләне. Бөгөн иртән ул 7.20 сәғәттә Пушкин урамында туҡтала, ҡушымтала бер сәғәткә туҡталҡа сессияһын аса. Ярты сәғәттән һуң яба һәм китә. Һөҙөмтәлә унан 40 һум түгел, ә 20 һум аҡса алалар. Йәғни система үҙе машинаның туҡталҡала торған ваҡыты өсөн түләүҙе иҫәпләй.

Олег Хмарин билдәләүенсә, түләүҙе төрлө ысулдар менән башҡарырға мөмкин. Өфөлә паркомат варианты ғына юҡ, сөнки аппараттарҙы тотоу улар аша үткән средстволар суммаһынан ҡиммәтерәк торасаҡ.

Олег Хмарин “Горпарковка” ҡушымтаһын түләүҙең иң уңайлы ысулы тип иҫәпләй. Унда киң функционал ҡаралған: алдан түләү, аҙаҡ түләү, урынлашыу, хаҡы һәм тап ошо урындағы ниндәй льготалы осор ҡаралыуы (20 минут йәки 60). Түләнгән ваҡыты тамамланыуға 15 минут ҡалғас, телефонға белдереү килә. Ҡушымта App Store һәм Google Play-ҙа бар.

Шулай уҡ сайт, банкоматтар һәм СМС-хәбәр аша түләргә була.

– Беҙ түләүле тулҡалҡалар булған ҡалаларҙағы коллегалар менән һөйләштек. Уларҙан ниндәй түләү ысулы иң һәйбәте булыуын белештек. Тап ҡушымта иң популяры булып сыҡты. Ҡулланыусыларҙың дүрт-биш проценты СМС аша түләй, ҡалған ысулдар ҙа популяр түгел, – тине ул.

Түләүле туҡталҡалар бөтә ерҙә лә тиерлек зәңгәр тамға менән билдәләнгән. Иң мөһиме – улар янында мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған. Уларҙа тулы мәғлүмәт бар: бушлай ваҡыт, ҡушымтаны күсереп алыу өсөн QR-кодтар, sms аша түләү өсөн номер, инструкция.

Дауаханалар, мәктәптәр һәм дәүләт учреждениелары янында бушлай туҡталҡа ваҡыты бер сәғәт тәшкил итә. Был зоналар 102 һаны менән билдәләнгән. Туҡталҡа сессияһын асҡанда бындай урында ҡушымтала 102 зонаһын күрһәтергә кәрәк, ул саҡта түләү алынмаясаҡ.

Ҡушымта менән нисек эш итергә? Машинаны түләүле туҡталҡаға ҡуйғас, сессияны башлайбыҙ һәм түләйбеҙ. Ваҡытты һайларға мөмкин, мәҫәлән, бер сәғәт йәки ике. Аҡса билдәләнгән ваҡыт өсөн алына. Кәрәк икән, уны оҙайтырға мөмкин. Китер алдынан “Парковка тамамланды” тип баҫабыҙ. Әгәр алдан түләү ҡулланылған ваҡыттан күберәк булһа, аҡса кире ҡайтарыла.

Әгәр ҡабаланаһығыҙ икән, быларҙың барыһын да бер юлы эшләмәҫкә мөмкин. Туҡталҡа өсөн көн аҙағынаса, 23 сәғәт 59 минутҡа тиклем, түләргә рөхсәт ителә. Әммә ул саҡта водитель үҙенең ҡайҙа һәм күпме тороуын иҫенә төшөрөргә тейеш. Әгәр ул икенсе урынды күрһәтеп, түләһә, система сессияны иҫәпкә алмай һәм штраф ебәрә.

“Тағы ла шундай ҡағиҙә: яңы парковка – яңы сессия, хатта алдағыһында һеҙ түләнгән ваҡыттан кәмерәк торһағыҙ ҙа. Артыҡ түләү һеҙгә кире ҡайтасаҡ, ә яңы урында барыһын да яңынан башларға кәрәк”, — тине Олег Хмарин.

Идаралыҡ башлығы аңлатыуынса, түләүле туҡталҡаларҙы даими рәүештә ике контролер автомобиль урап үтә, һәр береһенең түңәрәк маршруты 15 минут ала. Машиналар тығындарҙа ҡалырға мөмкин булған участкалар маршрутҡа индерелмәгән, унда камералар тора.

Туҡталҡаны түләмәгән өсөн 1,5 мең һум штраф билдәләнгән. Системаны алдап булмай, ти Олег Хмарин — парковкалар контролерҙар һәм камералар күҙәтеүе аҫтында.

"Күршеләрҙең был хәлгә нисек ҡарауы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡтиһәң, мәҫәлән, Пермь халҡы намыҫлы – унда штрафтар бик аҙ икән. Ә Ижевскиҙа яңылыҡ индерелгәндән һуң водителдәр номерҙарҙы күпләп яба башлаған, саралар ҡулланырға тура килә. Ҡазанда бындай водителдәрҙең тәгәрмәстәрен бикләйҙәр. Беҙ әлегә блокаторҙар һатып алмайбыҙ, өфөләрҙең намыҫлы булыуына ышанабыҙ”, — тине транспорт идаралығы етәксеһе.

Каршерингка килгәндә, закон буйынса түләү компанияға йүнәлтелә. Шуға күрә улар арендаторҙарҙан машиналарҙы түләүле туҡталҡаларға ҡуймауҙарын һорай.

Әгәр кемдер ситтән, мәҫәлән, райондан килеп, түләүле туҡталҡа тураһында белмәй икән, уға барыбер штраф киләсәк һәм ул уның өсөн түләйәсәк. Шуға күрә ҡала үҙәгендә иғтибарлы булығыҙ, билдәләрҙе ҡарап йөрөгөҙ.

Автор фотоһы.

Башланды!
Башланды!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас