Йәмғиәт
27 Июнь 2025, 13:45

Юғалған ирҙе йәшен атҡан

Ул ике этен эйәртеп...

Юғалған ирҙе йәшен атҡанЮғалған ирҙе йәшен атҡан
Юғалған ирҙе йәшен атҡан

Кисә Благовещен районы Иҫке Надеждин ауылынан 53 йәшлек ирҙең юғалғаны тураһында хәбәр итәләр. Ул ике этен эйәртеп, мотоциклда урманға сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Телефоны өйҙә ҡала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыусылар юғалған ирҙең кәүҙәһен иртәнге сәғәт биш тирәһендә Аннин ауылында ағас аҫтында таба.

Уны йәшен атҡан, тип фаразлайҙар. Үлем сәбәбе судмедэкспертиза үткәрелгәндән һуң билдәле буласаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас