

Табикмәкте бешереү өсөн кәрәк:
Бер стакан һалҡын һөт
Бер стакан йылы һыу
Бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә
Ике аш ҡалағы шәкәр һалып болғатабыҙ ҙа бер 10 минут тотабыҙ.
Айырым һауытта ике йомортҡаны туҡыйбыҙ, бер сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушабыҙ ҙа төп массаға һалабыҙ, самалап он өҫтәп болғатабыҙ. Ҡабартыр өсөн йылы урынға ҡуйырға кәрәк.
Ҡамыр ҡуйы булған осраҡта ҡайнаған һыуға ярты сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғатып ҡамырға ҡушабыҙ, табала бешерәбеҙ.
Әгәр ҙә ҡамырығыҙ ҡуйы түгел икән аш содаһына сәй ҡалағы уксус һалып болғатып, табала бешерәбеҙ.
Ике осраҡта ла тишекләнеп (күҙләнеп) бешә. Аҙаҡ табикмәкте аҡ май менән майлайбыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото һәм сығанаҡ: Мәрйәм Миңлеғолова.