

Өфө ҡалаһында граждандар аҡса бурҙарының тоҙағына эләкмәһен тигән маҡсатты күҙ уңында тотҡан финанс грамоталылыҡҡа өйрәтеү ойошторола. Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙа кешеләр еңел юл менән аҡса эшләүселәрҙе йышыраҡ асыҡлай башлаған һәм енәйәтселәрҙең насар аҙымына кәртә ҡуйыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмай икән.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 77 йәшлек хаҡлы ялдағы ханымға, үҙен "Энергосбыт" ойошмаһынан тип берәү шылтыратҡан. Билдәле, күпмелер аҡсаны ниндәйҙер иҫәпкә күсерергә ҡушҡан. Ҡыуанысҡа күрә, банк хеҙмәткәрҙәренең уяулығы арҡаһында енәйәтселәрҙең ҡырын эше тормошҡа ашмаған. Шулай итеп, пенсионер инәйҙең ярты миллион һумға яҡын аҡсаһы үҙендә ҡалған. Полиция хеҙмәткәрҙәре өлкән йәштәге инәй менән тағы бер тапҡыр инструктаж үткәргән.
80-де ҡыуған ханым да 400 мең һум аҡсаһынан саҡ ҡолаҡ ҡаҡмаған. Ул кемдеңдер бойороуы нигеҙендә банкомат янына килгән, әммә уның ныҡ борсолоуын һиҙеп ҡалған эргәһенән үтеп барыусы берәү был турала полицияға хәбәр иткән. Әле уның шатлығы сикһеҙ.
Бөгөн Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске Эштәр Министрлығы "Иғтибар! Мутлашыусылар!" тигән акция ойоштора. "Банк хеҙмәткәрҙәре һәм дәүләт учреждениеларында эшләүселәр бер ҡасан да ниндәйҙер иҫәпкә аҡса күсереүҙе талап итмәй", – тип иҫкәртә улар.
Фото: Илдар Аҡъюлов.