Йәмғиәт
30 Июнь 2025, 09:15

Мәскәүгә осам тиһәң...

Халыҡ араһында был рейстарға ихтыяж ҙур.

Мәскәүгә осам тиһәң...Мәскәүгә осам тиһәң...
Мәскәүгә осам тиһәң...

Илебеҙҙең баш ҡалаһына рейстар һанын арттырыуға ихтыяж ҙур. Айырыуса йәйге ялдар осоронда был мәсьәлә ҡырҡыулаша. Шуға күрә Башҡортостан властары Мәскәүгә рейстар һанын арттырыуҙы мөһим бурыс итеп һанай һәм уны үтәү өҫтөндә эшләй. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, аэропорт етәкселеге был мәсьәлә буйынса “Аэрофлот” менән килешеүгә өлгәшкән.

– Беҙҙең аэропорт етәкселеге "Аэрофлот" менән ярайһы уҡ һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Улар Мәскәүгә рейстар һанын арттырҙы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Мәскәүгә ағым арта, шуға күрә Өфөнән самолеттар Внуковоға осасаҡ, тип килештек. Аҙнаһына 100-гә яҡын осош буласаҡ.

Хәбәр ителеүенсә, осоштарҙы 22 июлдән “Рәсәй” авиакомпанияһы Superjet 100 самолеттарында башҡарасаҡ. Билеттар һатыу башланған да инде. Йәйге теҙмәлә Мәскәү (Внуково) – Өфө — Мәскәү (Внуково) маршруты буйынса аҙнаһына алты рейс планлаштырылған: эш көндәрендә һәм шәмбелә.

Яңы рейстар “Аэрофлот” һәм “Рәсәй”ҙең Башҡортостандың баш ҡалаһына Шереметьево аэропортынан осоу программаһын тулыландырасаҡ. Йәйге ялдар һәм мәктәп каникулдары миҙгелендә “Аэрофлот” Шереметьево менән Өфө араһында аҙнаһына 56 рейс, “Рәсәй” авиакомпанияһы аҙнаһына 21 рейс башҡара. Иң көсөргәнешле көндәрҙә Мәскәүҙең ике аэропортынан Өфөгә аҙнаһына 76 рейс башҡарыласаҡ.

Фото:"Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас