Йәмғиәт
30 Июнь 2025, 09:35

Тағы 144 урын төҙөкләнәсәк!

Башҡортостанда "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса 2026 йылда 144 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк. 

Тағы 144 урын төҙөкләнәсәк!Тағы 144 урын төҙөкләнәсәк!
Тағы 144 урын төҙөкләнәсәк!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндереү объекттары өсөн бөтә Рәсәй тауыш биреүенә йомғаҡ яһалды. Уны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашыралар.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, тауыш биреү 2025 йылдың 21 апреленән 12 июнгә тиклем үтә. Унда 770 мең кеше ҡатнаша. Ил буйынса бөтәһе 16,5 миллион рәсәйле төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биргән.

2025 йылда республика халҡының иң күп тауышын йыйған объекттар иҫәбендә – Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы сквер һәм баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендәге Хәтер скверы, Стәрлетамаҡта Рус драма театрынан алып “Салауат” кинокомплексына тиклемге биләмә, Салауатта Космонавтар бульвары буйлап скейт-майҙансыҡтар, Өфө районының Михайловка ауылында Ленин урамындағы сквер, Мәләүездә Ленин урамындағы яңы йәйәүлеләр зонаһы.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса йәмғеһе 144 йәмәғәт киңлеге еңеүсе тип танылды. Уларҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр 2026 йылға планлаштырылған, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Алып “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса Башҡортостанда дөйөм суммаһы 8,2 миллиард һумға 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, шуларҙың 7,6 миллиарды – федераль бюджет средстволары.

2025 йылда төбәктә 164 объект – “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә 94 һәм республика, урындағы бюджеттарҙан һәм бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә финанслаған башҡа программалар буйынса тағы ла 70 объект яңыртыла.

– Республика халҡы төҙөкләндереү мәсьәләләренә бик ныҡ йәлеп ителгән. Был эштәр барышын контролдә тотоуҙа ла сағыла, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы ярҙамында беҙ тораҡ пункттарыбыҙҙың күп һанлы “ауырыу” урындарын хәл итәбеҙ. Был эш менән әүҙем шөғөлләнеүебеҙҙе дауам итәйек.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас