

Ризыҡ бешереүҙең дә үҙ сере бар. Ҡулдың килешеүеме, күңел һалып башҡарыу кәрәкме, ҡайһы бер хужабикәләр нимәгә тотонһа ла ризығы уңа. Бишбүләк районының Дүсән ауылынан Рәилә Садрова ла шундай уңған ханымдарҙың береһе. Был юлы “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ул балан һәм бәрәңге ҡыҫтыбыһының рецебы менән уртаҡлашты.
– Бәрәңге һәм балан ҡыҫтыбыйы ҡамырының рецебы бер төрлө. Ярты литр һөт, 1 йомортҡа, сама менән тоҙ, әҙ генә шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ майонез, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы алабыҙ һәм он ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Аҙаҡ ҡамырҙы 30 минут ял иттерергә кәрәк. Эслек өсөн бәрәңгене тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ, һөҙәбеҙ, эҫе бәрәңгегә әҙ генә ваҡ ҡына итеп туралған һуған өҫтәп ебәрәм, иретелгән аҡ май, ҡайнар һөт һалып иҙәм. Яҡшы итеп иҙергә кәрәк. Эҫе килеш ҡамырына ҡыҫтырһаң, һәйбәт ята.
Балан эслеген алдан әҙерләп ҡуям. Балан өлгөргәс тә, уны таҙартып, йыуып банкаларға һалам да духовкала 30-40 минут тирәһе бешерәм, ҡайнап сыҡҡандан һуң. Аҙаҡ тимер ҡапҡас менән ябып ҡуям. Һуңынан банкаларымды баҙҙа һаҡлайым. Ҡыш дауамында уларҙы яйлап ҡулланам. Бик уңайлы. Һуңынан бешергәндә шәкәр менән буталған баланды ҡамырға ҡыҫтырып йәбештерәм дә майламай ғына табала бешерәм. Аҙаҡ ҡына аҡ май менән майлап табынға бирәм, – тип һөйләне Рәилә Рафаил ҡыҙы.
Һеҙ ҙә ошондай тәмле ҡыҫтыбыйҙы бешереп ҡарағыҙ әле.
Автор фотоһы.