Йәмғиәт
1 Июль 2025, 07:00

Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?

Тубырсыҡтар ҡоп-ҡоро, кипкән булырға тейеш. Кипмәгән булһа...

Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?
Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?

Йәй көндәрендә күп хужабикәләр ҡыш буйы түрҙә ултырған самауырҙарын ҡайнатырға тырыша. Күптәр уның өсөн ҡыштан ҡайын күмерен һүндереп әҙерләһә, икенселәре ҡарағас тубырсыҡтары йыя.

"Тубырсыҡ ҡулланып самауыр ҡайнатыу күңелде ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫлыҡ ҡыуаныс, йылылыҡ тойғоһо менән тултыра",  - тип яҙған "Ауыл тормошо"н алып барған блогерҙарҙың береһе.

Ысынлап та тәбиғәткә сыҡҡанда тубырсыҡтар менән самауыр ҡайнатыу бик йәтеш: ҡул да бысранмай, еҫе серәкәйҙәрҙе лә ҡыуа. Тик тубырсыҡтар ҡоп -ҡоро, кипкән булырға тейеш, юғиһә сайыры ултыра, тиҙәр.

Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?

Фото: "Ауыл тормошо" төркөмөнән

Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?
Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?
Ә һеҙ самауырҙы нисек ҡайнатаһығыҙ?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас