

Шишмә районының Бикәй ауылында үҙенсәлекле байрам үткән - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәмәтғәли улы Хәйҙәров 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Был хаҡта урындағы баҫманан Дилбәр Хәмитова хәбәр итә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран әүҙем тормош алып бара: ихатала саф һауала була, гәзит уҡый, аралашырға ярата.
Юбилярҙы ҡотларға муниципалитет етәксеһе Ришат Мансуров етәкселегендәге ҙур делегация килгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау телеграммаларын уҡып ишеттергән. Урындағы мәктәп балалары ветеранды патриотик шиғырҙар менән ҡотлаған, ә Ризида Әхмәтшина юбилярға йыр бүләк иткән.
Юбилейҙа, моғайын, балалары юбилярҙың үҙенән дә нығыраҡ тулҡынланғандыр. Өлкән улдары Рушан һөйләүенсә, ғаилә һәр ваҡыт Хәйҙәровтарҙың төп ҡиммәте. Ата-әсәләр лайыҡлы балалар тәрбиәләгән.
– Атайыбыҙ беҙҙе оҙаҡ ҡыуандырһын! Уның ветеран, Ватаныбыҙ патриоты булыуы менән ғорурланабыҙ, – ти Рушан Солтан улы.
Килене Кәүсәриә лә ҡайныһының иҫ киткес кешелекле, кеселекле булыуын билдәләй.
- Беҙ уны бик яратабыҙ, ул беҙгә бик ҡәҙерле, – ти ҡыҙы Зәлиә. - Беҙҙең ата-әсәләр - ғаилә бәхете өлгөһө. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, ә улар беҙҙең менән ғорурлана. Үҙебеҙ олатай-өләсәй булһаҡ та, барыбер атайыбыҙҙың балалары булып ҡалабыҙ.
Хәйҙәров Солтан Хәмәтғәле улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына түгел, ә батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм ғаиләһенә, Ватанға сикһеҙ һөйөү символы ла. Уның өлгөһө беҙҙе һәр минутты ҡәҙерләргә, үткәндәрҙе иҫтә тоторға, киләсәккә өмөт менән ҡарарға, быуындан-быуынға мөхәббәт һәм патриотизм эстафетаһын тапшырырға өйрәтә.
Фото: rodnikplus.ru