Йәмғиәт
1 Июль 2025, 13:50

Күрше республикаға һөжүм булған

БПЛА һөжүме арҡаһында һәләк булғандар, йәрәхәтләнгәндәр бар. 

Күрше республикаға һөжүм булғанКүрше республикаға һөжүм булған
Күрше республикаға һөжүм булған

БПЛА һөжүме арҡаһында ҡорбандар, йәрәхәтләнгәндәр бар

Бөгөн күрше Удмуртия республикаһында фажиғәле хәлдәр булды. Ижевск ҡалаһына пилотһыҙ осоусо аппараттар һөжүм иткән. Иғтибарығыҙға һуңғы мәғлүмәттәр.

Һөжүм Удмуртияның Ижевск ҡалаһындағы “Купол” электромеханика заводына тура килә. Был предприятие “Тор” зенит ракета комплекстарын, ер-һауа ракеталарының борт аппаратураһын етештерә, шулай уҡ “Оса-АКМ” һәм “Тор-М1” комплекстарын модернизациялай.

Һөжүм 2025 йылдың 1 июлендә иртән була, ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, дошман “Лютый” тибындағы БПЛА-лар ҡулланған.

Һәләк булғандар һаны өскә еткән, 24 кеше зыян күргән, ете кеше ауыр хәлдә, бөтәһенә лә медицина ярҙамы күрһәтелә.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, завод инфраструктураһында етди емереклектәр юҡ. Эшселәр эвакуациялана.

Удмуртия башлығы Александр Бречалов хәбәр итеүенсә, бөтә оператив хеҙмәттәр урында эшләй, зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелә.

РФ Оборона Министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 июлдә төндә төрлө төбәктәр, шул иҫәптән Ҡырым, Ростов һәм Курск өлкәләре өҫтөндә 60 украин дроны бәреп төшөрөлгән.

Фото: rg.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас