

Элек–электән башҡорт халҡы им–том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Бөгөн дә медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә күп.
Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында тап шундай инәйҙең барлығын ишеткәс тә уның менән яҡындан танышырға булдыҡ. “Сабыйҙары илаһа, Мәрзиә инәйгә алып киләләр, мин дә ейәнсәремдең бүҫерен (өсйән) имләргә алып килдем, хатта килеште”,–тине беҙҙе оҙатып алып йөрөгән Рәзимә Юныс ҡыҙы ла.
Сығышы менән Моҫтай ауылынан булған Мәрзиә Мөҙәрис ҡыҙының был ауылға килен булып төшөүөнә тиҙҙән 55 йыл тула. Тормош иптәше Азамат Исрафилов менән 5 балаға ғүмер биргәндәр, әле 10 ейән–ейәнсәргә, өс бүлә–бүләсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай.
Мәрзиә Мөҙәрис ҡыҙы өләсәһе Сафия инәйҙең кешеләргә ҡот ҡойоуон, шифалы доғалары менән өшкөрөүен, бүҫер ҡыуғанын, мейе ҡаҡҡанын, эс һылауын күреп үҫә. Килен булып төшкәс, ҡәйнәһе Шәкирә Хәкимйән ҡыҙы ла үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙе бороп сығармай, шифалы доғалары менән өшкөрөп, дауалай.
—Йәшерәк саҡта бәлки белеп тә бөтмәгәнмендер инде, балалар илаһа, тиҙ генә ҡәйнәм күтәреп, доғаларын уҡып, тынысландырып ҡуйыр ине. Хаҡлы ялға сығып, ейән–ейәнсәрҙәр тыуып, улар килә башлағас, үҙемдә ниндәйҙер һәләт барлығы асыҡланды. Кескәй балалар туҡтамай илай башлаһа, ҡәйнәм кеүек доғалар уҡып, өшкөрөп алам, бүсер (өсйән) булһа, уларҙы ла имләйем, ҡурҡып ҡалған булһалар, ҡот ҡоям. Тәүҙә үҙебеҙҙекеләр, йәғни, туғандар өсөн генә башҡара торған инем, аҙаҡ ҡайҙандыр ишетепме, кемдер әйтепме сит ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә килә башланы. Кеше һиңә ышанып, өмөтләнеп килә икән, нисек юҡ тип сығараһың. Барыһын да ҡарайым, имләйем, ҡулымдың име, тыным менән өшкөрөп һауыҡтырырға тырышам,–ти Мәрзиә инәй.
Автор фотоһы