

Йылайыр районында "Берҙәмлек өсөн" фестивале була. Унда дүрт майҙансыҡ эшләй: студент йәштәр өсөн "Аҫылташ" форумы; "эшләгән йәштәр өсөн туристар слеты (предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә); республика студенттарының туристик слеты (студсоветтар, профсоюздар һәм дөйөм ятаҡ советтарына тәғәйенләнгән); "Республикабыҙ һәм ил менән бергә" йәштәр форумы (Башҡортостандан ситтә уҡыған студенттар өсөн).
БР йәштәр министры Вито Сабиров билдәләүенсә, ҡатнашыусылар үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн бер миллионға ҡәҙәр грантҡа эйә була ала – конкурсты Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәрә.
Фестивалдә ҡатнашыу бушлай, теләүселәргә https://clck.ru/3MpAGv һылтанмаһы буйынса инеп теркәлергә генә кәрәк.