

Ысынлап та, бөгөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙары ҡыҙ һәм малайҙарҙың тауышына күмелгән. Балаҡатай районындағы балаларҙың ял лагеры тураһында Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы директоры Фирүзә ВӘЛИЕВА һөйләй.
– Балаларҙың һауыҡтырыу лагеры ҡайҙа урынлашҡан?
– Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова "балалар йәйге миҙгелдә ялын файҙалы итеп үткәрергә тейеш" тип йыш ҡабатлай, үҙ сиратында, уның әйткәндәрен тулыһынса хуплайбыҙ. Хәйер, беҙҙә ҡыҙ һәм малайҙарҙың ялына элек-электән иғтибар ныҡ көслө булды.
Мәҫәлән, быйыл хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Соҡалы ауылы эргәһендә лагерь эшләй. Уны ике төргә бүлеү урынлы булыр ине. Әлбиттә, барыһын да алдан хәстәрләгәс, эш барышында бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар күҙәтелмәй. "Ҡояшлы" лагерында һаулыҡтарын нығытҡандарҙың күңелдәре күтәренке, кәйефтәре көр.
– Смена тураһында телгә алып, "ике төр", тинегеҙ. Нисегерәк аңларға?
– Беренсенән, ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙең балаларын ял иттерәбеҙ. Кемдеңдер ата-әсәһе тормош һынауына бирелгән, икенселәре ярты етем тигәндәй, бүтән төрлө ауыр ғаиләләр ҙә осрай. Бына шундай төркөмдөң балаларын йыйыуға өлгәштек. Шулай итеп, алты йәштән 14 йәшкә тиклемге 14 ҡыҙ һәм малай беҙҙә ял итә. Вожатый Лидия Гурина уларҙың һәр береһе өсөн иң яҡын кешегә әйләнде.
– Ә икенсеһе...
– "Ҡояшҡай" территорияһында палатка ҡорҙоҡ, ул – палатка лагеры. Бында бишәр көнлөк өс смена ойошторҙоҡ. Ун йәштән 14 йәшкә хәтлемге 73 баланың нисек итеп һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Улар – уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс еңеүселәре. Һуңғы көндә хатта ҡайтҡылары килмәй ине әле. Әйтәйек, Эльвина Зарипова өсөн каникулын бындай шәп урында уҙғарыу – ғорурлыҡ та, бәхет тә. Кирилл Хәйерзаманов иһә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Ул өйҙә лә күңелле булыуы тураһында әйтте, ә "Ҡояшлы"ла бихисап дуҫтар табыуына тәүге тапҡыр атҡа менгәндәй шатлана.
– Программаның ҡайһыһы балаларға нығыраҡ оҡшай?
– Яңы Балаҡатайҙағы музейға сәфәр ҡылдылар, кинотеатрҙа фильм ҡаранылар, район мәҙәниәт йортондағы сараға йәлеп ителделәр – иң оҡшатҡандары сәйәхәт итеү булған.
– Ата-әсәләргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Бер малайҙың әсәһе менән шундай һөйләшеү булды. Ул үҙе бер ҡасан да лагерға бармаған. Уның ҡарауы, ике улын һәм өс ҡыҙын да төрлө лагерҙарҙа ял иттереүҙе ойошторған. Ошо ханым ише оҙайлы каникулда ғәзиздәрегеҙгә матур ялдар ойошторһағыҙ ине.
Фото: Илдар Аҡъюлов.