

Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, “РБК-Өфө” медиахолдингы Рәсәй Журналистар союзы һәм Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы булышлығында үткәрә.
Конференцияны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров асты.
- Башҡортостан - һәр тема буйынса аралашып булған төбәк, - тип белдерҙе Андрей Геннадьевич. - Тиҙ түгел, әммә һуңғы биш йылда бында ҙур үҙгәрештәр теркәлде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры хәбәр итеүенсә, Башкортостан - ин күп уҡыған төбәк. Андрей Геннадьевич киң мәғлүмәт сараларына ярҙамдың мөһим икәнлеге хаҡында әйтте.
Сарала Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, Мәскәү ҡалаһынан РБК телеканалының идара итеү директоры Илья Доронов, Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы генераль директоры Александр Широких, телетапшырыуҙар алып барыусы, “Медиа беренсе академияһы” институтының башҡарма директоры Мария Штейн һәм башҡалар ҡатнаша.
Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев үҙгәрештәр осоронда киң мәғлүмәт саралары тураһында һөйләне. Ул яңыраҡ Башҡортостандың хәрби хәбәрселәргә ярҙам саралары тураһында закон ҡабул иткән беренсе төбәк икәнлеген дә билдәләгәйне.
Конференцияла тормошобоҙҙоң барлыҡ тармаҡтарына үтеп ингән һанлы технологиялар шарттарында журналистика үҫеше, яңы йүнәлештәр һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Журналистарҙың аралашыуы, тәжрибә уртаҡлашыуы, федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары хеҙмәттәшлегенең нығыныуы, яңы коммуникациялар технологиялары һәм башҡалар тураһында тәжрибә уртаҡлашыу – конференцияның төп маҡсаттары.
Автор фотолары.