Республика йәмғиәте һәм юристар берләшмәһе ауыр юғалтыу кисерҙе. 3 июлдә 100-сө йәшендә дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының элеке юстиция министры, БАССР Юғары Советының өс саҡырылыш депутаты Ләлә Хажи ҡыҙы Иҙрисова вафат булды.
Ул 1925 йылдың 25 авгусында Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Ташкент хәрби заводының монтажсыһы булып башлай. 1947-1958 йылдарҙа Ташкент юридик институтын тамамлағандан һуң, Ҡырғыҙ ССР-ының прокуратура органдарында прокурор ярҙамсыһы, бүлек начальнигы, прокурор һәм өлкән тәфтишсе булып эшләй.
1958 йылда Башҡорт АССР-ының прокуратура органдарына ҡабул ителә, унда тәфтишсе, бүлек прокуроры, кадрҙар буйынса прокурор ярҙамсыһы һәм өлкән ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
1971 йылдың мартынан 1983 йылдың ноябренә ҡәҙәр Луиза Хажи ҡыҙы Башҡорт АССР-ының юстиция министры вазифаһын атҡара.
Яуаплы эштә ул республикала законлылыҡты нығытыу һәм юстиция органдарын үҫтереү буйынса күп эшләй.
Ләлә Хажи ҡыҙы яҡшы юрист, юғары әхлаҡлы шәхес, һиҙгер етәксе һәм тыуған республикаһының һәм Ватанының ысын патриоты була. Уның зирәклеге, компетентлығы, эшенә бирелгәнлеге хеҙмәттәштәренең тәрән хәрмәтенә эйә була.
Күп йыллыҡ хеҙмәте, юстиция органдарын, прокуратура, суд власын, нотариатлыҡты үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн Л.Х. Иҙрисова күп дәүләт наградаларына өлгәшә.
Ләлә Хажи ҡыҙы Иҙрисова тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә гел һаҡланыр.
Р.Ф. Хәбиров, К.Б. Толкачев, А.Г. Назаров, А.Ш. Бадранов,
И.Х. Сәғитов, В.С. Олейник, В.И. Спеле, В.Ф. Вахитов.