Йәмғиәт
5 Июль 2025, 13:00

"Биш сәғәт буйы миңә ҡарап барҙы..."

Башҡортостан ғашиҡтары "Рәсәй" милли үҙәгендә Бөтә Рәсәй туй фестивалендә өйләнешә. 

"Биш сәғәт буйы миңә ҡарап барҙы...""Биш сәғәт буйы миңә ҡарап барҙы..."
"Биш сәғәт буйы миңә ҡарап барҙы..."

9 июлдә Башҡортостан кешеләре 8 июлдән 10-на тиклем “Рәсәй” милли үҙәгендә үтәсәк II “Рәсәй. Йөрәктәрҙе ҡуша” Бөтә Рәсәй туй фестивалендә берҙәм никахтарын теркәү сараһында ҡатнашасаҡ. Был көндәрҙә фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу пар өйләнешә.

Бөтә Рәсәй туй фестивалендә никахлашырға ҡарар иткән парҙарҙың береһе – Стәрлетамаҡтан Юрий Савченко һәм Ольга Гудкова. Уларҙың тарихы ысын мөғжизәгә оҡшаш. 2024 йылдың Яңы йыл төнөндә танышалар: Юрий иптәше менән ҡала шыршыһына бара, юлда Ольга менән һеңлеһен осрата. “Шулай итеп, йылдың тылсымлы төнөндә беҙҙең мөхәббәтебеҙ башланды. Ә 2025 йылдың Яңы йыл төнөндә Ольгаға тәҡдим яһаным, һәм беҙ маҡсатлы рәүештә ярты йыл көтөп, тап ошо матур байрамға – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә яҙылышырға ҡарар иттек”, – тине кейәү.

Өфөнән Ринат Ғәлиуллин менән Мирза Ситара – ҡандарында бер нисә мәҙәниәт ҡатнашҡан пар. Кейәүҙә башҡорт һәм татар ҡаны, кәләштә пакистан һәм рус ҡаны аға. Улар Өфөнән ата-әсәләре йәшәгән Магнитогорскиға барған саҡта таныша. Ҡыҙ юлдаштар эҙләү ҡушымтаһын ҡулланырға ҡарар итә, ә водитель Ринат була. "Был 30 декабрҙә булды. Мин шунда уҡ уға оҡшағанымды аңланым, сөнки ул бөтә биш сәғәт дауамында миңә арткы күренеш көҙгөһө аша ҡарап барҙы. Ринат миңә 1 ғинуарҙа, үҙе лә, мин дә мөхәббәтемде осратырға тигән хыяды уйлағандан һуң, яҙҙы. Ә хәҙер ике йылдан һуң беҙ никах уҡыттыҡ һәм туй планлаштырабыҙ”, – тип һөйләне кәләш.

Беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй туй фестивале 2024 йылда Рәсәй Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә үтә. Сараның беренсе көнөндә 300-ҙән ашыу кеше үҙ союздарын теркәгән. Был ваҡиға Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелгән. Ә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында 564 кеше өйләнешкән – был тарихи ваҡиға ғүмерлеккә 282 ғаилә хәтерендә ҡалған. I Бөтә Рәсәй туй фестивалендә өйләнешкән ҡайһы бер ғаиләләрҙә балалар тыуып та өлгөргән инде.

Белешмә:

“Рәсәй” милли үҙәге Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса Рәсәй Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы мираҫын һаҡлау һәм илдең һәм уның граждандарының ҡаҙаныштарын даими нигеҙҙә күрһәтеү өсөн булдырылған. Үҙәк эшендә федераль власть органдары, дәүләт компаниялары, корпорациялар һәм төбәктәр ҡатнаша.

“Рәсәй” милли үҙәге Мәскәү ҡалаһы, Краснопресненск яр буйы, 14-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Үҙәк дүшәмбе көнөнән башҡа көн һайын 10:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем асыҡ.

 

"Биш сәғәт буйы миңә ҡарап барҙы..."
"Биш сәғәт буйы миңә ҡарап барҙы..."
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас